Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь , 15:48

“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде

Кисә, 13 июнь, Өфөлә балалар араһында уҙғарылған «Байыҡ» телеконкурсының гала-концерты үтте. 

“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде
“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде

Быйыл телевизион проекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән ике меңдән ашыу бала ҡатнашты. Конкурстың финалына 500 йәш бейеүсе сыҡты. 

Ишембай районы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң "Шаяндар" өлгөлө бейеү ансамбле солистары Амелия Ғәлимова менән Искәндәр Дәүләтов уңышлы сығыш яһап, "Дуэт" номинацияһында өсөнсө урын алды. Етәкселәре - Эльвина Мырҙагәрәева. Әйткәндәй, был йәш бейеүселәрҙең "Байыҡ" конкурсындағы икенсе еңеүе! 

Талантлы яҡташтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! 

 

Фото Дәүләтовтар ғаиләһе архивынан

“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде
“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде
“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде
“Байыҡ” еңеүселәре билдәләнде
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: