Алып барыусы балаларҙы ихлас көлдөрөп, улар менән төрлө уйындар уйнаны, төрлө әкиәттәрҙән йомаҡтар әйтте, бейергә саҡырҙы. Ҡыҙҙар-малайҙар өс командаға бүленешеп, кемуҙарҙан шар менән йүгерҙе, ҡалаҡҡа туп һалып уҙышты, аҡ ҡағыҙға сиратлап һүрәт төшөрҙө. Ә иң кескәйҙәр иһә күҙҙәрен яулыҡ менән бәйләп бауға бәйле бүләктәрҙе киҫте. Аҙаҡ иһә бөтәһелә асфальтта береһенән-береһе сағыу һүрәттәр эшләне, яҙыуҙар яҙҙы.
Байрам һуңында мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, һәр кемгә бүләктәр таратты.
Йылдың һәр бер көнө беренсе июндәгеләй шат балалар тауыштарына бай булһын ине.