Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә башҡарыусыларҙың «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсы быйыл «Яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү», «Халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнгән һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы» номинациялары буйынса уҙғарылды.
Конкурсҡа балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм ғаилә фольклор коллективтарынан барлығы 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Был күркәм сара Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһында бик юғары кимәлдә үтте.
Яҡташыбыҙ, Кинйәбулат ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Камилла Әхмәтшина мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында гран-при яуланы. Етәксеһе - Рәмзиә Әҡсән ҡыҙы Ҡоҙашева.
Камилла мәғариф министрлығы исеменән иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Афарин, Камилла! Артабан да һиңә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар Рәмзиә Ҡоҙашева архивынан.