Ҡолай ҡалһаң шуға иғтибар ит,
Бары һуҙмаҫ ҡулын ярҙамға.
Ҡайһы бере ситтән көлөп торор,
Яңылыш ҡына, яҙа тайғанға.
Ҡәнәғәтлек алып ялғышындан,
Бар шундайҙар, әҙер төртөргә.
Ҡулын биргән дуҫын берәү булыр,
Ысын күңеленән көйөнгән.
Байрам барҙа дуҫтар бик күп булыр,
Ҡайғы килһә, бөтөр юғалып.
Ундай дуҫтың булмағаны артыҡ,
Йөрәгенә яра-эҙ һалып..
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.