Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Апрель , 15:00

РӘХМӘТЛЕМЕН

.

Рәхмәтлемен  Хоҙай  Тәғәләгә,
Ҡатын  итеп  мине  яралтҡан.
Ҡатын - ҡыҙға  яҙған  бар  шатлыҡты,
Бар  михнәтте  минән  татытҡан.
Рәхмәтлемен  атай - әсәйемә,
Ғүмер  миңә  бүләк  иткәнгә.
Болотһоҙ, саф бала -сағым  өсөн,
Тормош  юлын  башлап  киткәндә.
Рәхмәтлемен  тормош  иптәшемә,
Хоҙай  һине  миңә  пар  иткән.
Бер - береңде  ярты  һүҙҙән  аңлау,
Шунан  оло  бәхет  бар  микән?!
Рәхмәт  әйтәм  Хоҙай  Тәғәләгә,
Әсә  булыу  бәх(е)тен  татыным.
Сабыйымды  йөрәгемә  ҡосоп,
Бәхет  күҙҙәренә  ҡараным.
Бәхетлемен, тимен, бар  донъяға
Ҡатын  булып  ергә  тыуғанға.
Был  донъяның  барлыҡ  матурлығын,
Үҙ  иңемдә  татып  уҙғанға

Автор:Зөлфирә Ғәлиева .
Читайте нас: