Һайлап алыу этабы һәм ике ай әҙерләнеү артта ҡалды. Һәм бына бәйгелә ете бынамын тигән егет һынау тотто. Конкурсанттар бейене, йырланы, әҙәби образдарға керҙе, аш-һыу әҙерләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Гран-приға 16-сы мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Богдан Серов лайыҡ булды.
- Конкурста ҡатнашыуым көтөлмәгәндә булды. Уйламай ҙа инем, миңә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Ике көн тирәһе уйлап йөрөнөм. Шунан үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым, - ти Ишембай мистеры.
Богдан спорт, вокал менән шөғөлләнә, гитарала уйнай. Киләсәктә табиб булырға хыяллана.
Автор фотолары.