Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель , 15:00

Күршеләр

.

Хәтеремдә ҡалған бала саҡтан
Утка-һыуға ингән күршеләр.
Яҡлаусыла,һаҡлаусыла булған
Киң күңелле ябай кешеләр.
Ризыҡ булған барыһында тигеҙ
Фәкирлекте берәү тоймаған.
Ярҙам кәрәк күршеһенә ингән
Күрше йөҙөн бороп тормаған.
Күрше булған тиҙ ярҙамсың һинең
Күрше белгән бөтә серҙәрең.
Күрше белгән бәләкәй ҡапҡаңдың
Ҡайһы ерҙән асып ингәнһең .
Ҙур ҡапкалар хәҙер ябыҡ тора
Арттарында ҡалды күршеләр.
Замана башҡа,заңдарыла башҡа
Күршеләрҙә шуға күнделәр.
Ҡапҡа арттарында тормош бара
Ҡапҡа төптәрендә Алабай.
Ҡапҡа арттарында үҫкән бала
Күршеһендә хәҙер танымай.

Автор:Мәрйәм Кәримова.
Читайте нас: