Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель , 15:00

Тормош

.

Ауырлыҡтар килһә башың эймә
Баш бирелгән ғорур тоторға.
Тормошоңда булыр дуҫ-дошманың
Ҡан тулһа ла ауҙың төкөрмә.
Был донъяны көслөнөкө, тиҙәр
Көслөләрҙе тормош яратҡан.
Көслөләргә илаһи көс биргән
Гүзәл йәнде тағы таратҡан.
Бер матурға бер яманды биреп
Тигеҙләүҙән берҙә туймаған.
Һөйгәндәргә -һөймәгәнде һөйәп
Өсмөйөштө алып ҡуймаған.
Нахаллыҡты-бәхетенә тиңләп
Кемдәрелер бәхет урлаған.
Сабыр төбө алтындарҙы көтөп
Түҙемдәрҙә, булған уңмаған.
Ҡатмарлыла икән, был тормош
Ҡатмарҙары һайын бер яҙмыш.
Уңға атлап,уңарыңды белгәс
Һулаҡайҙа нишләп гел ялғыш.

Автор:Мәрйәм Кәримова
Читайте нас: