Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель , 10:00

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҡташыбыҙ Ғәлиә Кәлимуллина ижадынан бер шәлкем

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА 1964 йылдың 8 июнендә Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын Маҡар мәктәбендә башлай. 30 йылдан артыҡ эшмәкәрлеген Зәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатына арнаған, бөгөнгө көндә лә ошонда эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Тамара Ғәниева исемендәге премия лауреаты. Яҙыусылар союзы ағзаһы, биш китап авторы. “Йөрәк һүҙе”, “Илһам шишмәләре” конкурсы лауреаты.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҡташыбыҙ Ғәлиә Кәлимуллина ижадынан бер шәлкем
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҡташыбыҙ Ғәлиә Кәлимуллина ижадынан бер шәлкем

Һил донъялар танһыҡ
Йылың ҡалған икән өй түрендә
Шыҡһыҙ етем түгел бөгөн өйөм.
Ел баҫылды. Донъя яйлап ҡына
Йырлап торған кеүек үҙе көйөн.
Һил донъялар танһыҡ...
Шундай танһыҡ!
Тышта аҡ ҡар яуа...
Әйҙә, яуһын!
Өйҙә – ҡәләм һәм мин...
Аҡ ҡағыҙға
Аҡ сағында күңел аҡ йыр яҙһын...
Бөтөн генә саҡта, йылы саҡта
Йылылығын тойоп йәнгенәңдең...
Һин йөрөгән яҡта зәһәр ҡыштыр,
Нисек йылытайым тәнгенәңде?!
Нисек йылытайым?!
Күңелеңдең
Яраларын дауалайым нисек?!
Йылылығың ҡалған йәнде йәнә,
Килеп табырһыңмы даръя кисеп?..

ҮҘЕҢ ҺАҠЛА, РАББЫМ!
Ҡояш ише генә булып байып,
Оҙата алһам ине донъяларҙы.
Балаларҙың бәхҽттәрҽ өсөн
Һаҡла, Раббым, ҡорған ояларҙы.
Һаҡла инде, Раббым.
Тотолоуҙан
Балаларҙың һин Ҡояшын һаҡла.
Һәм төштәрен һаҡла, йәнкәйҙәре
Бөтөн генә булһын, Раббым, яҡла.
Донъялары имен генә булһын,
Яҙ-йәйҙәрен,
Көҙ-ҡыштарын һаҡла.
Ҡанаттарын һаҡла, теүәл булһын,
Үҙең һаҡла, Раббым, үҙең яҡла.
Ҡиблаларын һаҡла, алһыу ғына
Булһын ине, берүк, шәфәҡтәре.
Көмбәҙ булһын хыял күктәрендә
Аяуҙарың менән шәфҡәттәрең...
Балаларым – бәхҽт ҡанаттарым,
Йыһаныма бағам һеҙ тип кенә.
Һеҙ аяулы саҡта – йәнем тыныс,
Һеҙ аяулы саҡта ҡояш көлә...

Аҡ бәхҽтлҽ мәлҽмә...
Aҡ ҡыштарҙа йәнҽң мҽнән
Аҡлыҡҡа яғылаһың.
Ағастарға ынйы ғына
Сер булып тағылаһың.
Донъяларҙың ап-аҡ сағы
Сафлыҡтың үҙҽ гҽнә.
Күҙҙәрҽңә, күңҽлҽңә
Ул бәхҽт булып һҽңә.
Һаҡһыҙ ҡағыла күрмәгҽҙ
Аҡ бәхҽтлҽ мәлҽмә.
Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Биләүҙәгҽ йәнҽмә.

Автор:
Читайте нас: