Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель , 21:00

Был донъяла бары тик бер кеше...

.

Был донъяла бары тик бер кеше
Хыянатһыҙ һине ярата:
Ул да булһа – тик әсәйең генә
Сын күңелдән һин тип йән ата.

Тик әсәйең генә һинең өсөн
Утҡа ла, һыуға керә ала.
Һиңә килгән бөтә ауырлыҡты
Үҙенеке итеп алала.

Әсәй – һинең өсөн ҡорос ҡалҡан:
Һине яҡлай, һаҡлай, һатылмай.
Ниндәй генә хәлдә ҡалғанда ла
Бер ҡасан да һине ташламай.

Тик ул ғына һинең шатлыҡтарҙы
Сын күңелдән бүлә һөйөнөп,
Хәбәрҙәрең булмай торған саҡта
Көндәр буйы йөрөй көйөнөп.

Тик әсәйең генә ғүмер буйы
Һинең өсөн йәшәй ут йотоп,
Үҙе өсөн түгел, күбрәк һинең өсөн
Һаулыҡ һорай көн дә уҡынып.

Ер йөҙөндә барыһын табып була —
Әсәйҙәрҙән башҡа hәммәһен.
Әсәй тик бер генә — Ҡояш, Айҙай...
Шулар кеүек һүнмәй йәшәһен!

Автор:Әлфиә Йосопова
Читайте нас: