Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 15:00

Хаҡлы ял

.

Эшем бик үҙәккә үткән саҡта
Эшһеҙҙәргә ҡыҙығып ҡарайым,
Өс көн өйҙә торһам, эштән түгел,
Эшһеҙлектән нығыраҡ арыйым.

Өйҙәге эш, гүйә, эш тә түгел –
Үҙе бөтмәй, үҙе күренмәй,
Эшләмәйсә торһаң - иҫ китмәле,
Эшләгәнгә генә беленмәй!

Бер туҡтауһыҙ таҙарт, бешер, ашат,
Тағы бешер, тағы әҙерлә!
Тағы ла йыу шул уҡ һауыт-һаба –
Бер туҡтауһыҙ кеше ҡәҙерлә!

Ҡәҙерләүҙең, беләм, һауабы ҙур,
Мин өлгөрәм эшем булһа ла,
Әле бына хаҡлы ялдан ҡурҡам,
Пенсияға йәшем тулһа ла.

Эшкә сапһам, сирем өйҙә ҡала,
Өйҙә торһам, нисек түҙермен?
Эшем барҙа ялым - үҙе байрам,
Эшһеҙлеккә нисек күнермен?

Күңелемде яйлап күнектерәм:
Бәхеттер ул – көткән хаҡлы ял!
Ошо хаҡлы ялда кешеләргә
Кәрәк булһам ине – бар хыял!

Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас: