Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель , 13:00

Бәләкәйҙән сәхнәне ярата

Мәҙәниәт хеҙмәткәрен күҙ алдына килтерһәң, ҙур сәхнә, бай, сағыу концерт номерҙары иҫкә төшә. Ошо ваҡытта инде уларҙың тормошо тик байрамдарҙан ғына торамы икән тип уйлап ҡуяһың. Ләкин был күңелле саралар артында мәҙәниәт хеҙмәткәренең оло, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте тора. Шундайҙарҙың береһе Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Минзилә МУЛЛАГИЛДИНА хаҡында яҙаһы һүҙебеҙ. Ул көндәлек тормошто сағыу төҫтәргә буяусы ла, күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәүсе лә.

Бәләкәйҙән сәхнәне ярата
Бәләкәйҙән сәхнәне ярата

Минзилә Ишмырҙа ҡыҙы Әхмәр ауылында күп балалы ғаиләлә төпсөк, алтынсы бала булып донъяға килә. Ул балалар баҡсаһынан уҡ мәҙәниәтте үҙ итә, мәктәптә, клубта үткән бик күп сараларҙа ҡатнаша.

- Алты йәштән төрлө концерттарҙа, байрамдарҙа бейенем, йырланым. Әсәйем, иң оло ағайым Салауат та гармунда уйнаны, мин уларға ҡушылып йырҙар йырларға, бейергә ярата торғайным. Мәктәпкә уҡырға төшкәс башланғыс кластар уҡытыусыһы Наҡия Мөхәммәт ҡыҙы Ибраһимова сәнғәткә юл асты. Ул мине әсәйем Зөбәйҙә Байтимер ҡыҙы, ауылдың оло инәйҙәре, апайҙары менән бергә фольклор төркөмөндә ҡатнаштыра торғайны, – тип иҫкә ала бала сағын Минзилә Муллагилдина.

Шулай итеп, Әхмәр урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, йәш ҡыҙ Салауат педагогия колледжына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерергә уҡырға инә. Биш йыл уҡыу дәүерендә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, айырыуса баян, музыка дәрестәрен ярата ул. Ҡулына диплом алыу менән, сәхнәне үҙ иткәнгә күрә, 1999 йылда Минзилә Ишмырҙа ҡыҙы Әхмәр мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып урынлаша һәм дәртләнеп эш башлай. Бер ни тиклем ваҡыт эшләгәс, китапханасы итеп тә үҙен һынап ҡарарға була. Ә 2003 йылда Ҡанаҡай ауылы егете Рауил Рәсүл улы менән сәстәрен сәскә бәйләй һәм ошо ауылға килен булып төшә. Бында ул хеҙмәт юлын Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып дауам итә. Тыуған ауылы тарта Минзилә Ишмырҙа ҡыҙын. Эш урыны бушау менән, 2015 йылда Әхмәр мәҙәниәт йортона мөдир итеп күсерелә. Ситтән тороп Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Әйткәндәй, 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә клуб бинаһы яңыртылды. Мәҙәни усаҡҡа яңы ҡорамалдар, аппаратуралар, милли кейемдәр алынды. Әле унда “Тулған ай” вокаль ансамбле, “Аҡ тирмә” фольклор коллективы, “Дәртле ҡыҙҙар” бейеү ансамбле һәм башҡалар эшләп килә. Ижади коллектив ҡаларайон конкурстарында, төрлө мәҙәниәт бүлеге үткәргән байрамдарҙа даими ҡатнаша. Минзилә Муллагилдина татыу, берҙәм хеҙмәт коллективы менән ғорурлана.

- Коллективымдан уңдым. Быға тиклем оҙаҡ йылдар художество етәксеһе Гәүһәр Вәлитова менән эшләһәм, яңы йылдан һуң уның урынына Лиана Сибәғәтова килде. Китапхана мөдире, класташым, Салауат педагогия колледжында бергә уҡып, ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгән әхирәтем Альбина Насырова, техник хеҙмәткәрҙәр Юнир һәм Раушания Хәкимғужиндар менән татыу бер ғаилә кеүек дуҫ, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ. Ремонттан һуң яҡты, матур бинала бергә тағы ла дәртләнеп
хеҙмәт юлын дауам итәбеҙ. Ауыл советы, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ. Әхмәр ауылы халҡына, кисәләрҙә, байрамдарҙа, концерттарҙа ҡатнашып йөрөгән хаҡлы ялдағы ағайҙарға, апайҙарға, йәштәргә, балаларға ҙур рәхмәтлемен, улар булғанда мәҙәниәт йорто артабан да йәшәр, эшләр, һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ тип уйлайым, - ти мәҙәниәт йорто етәксеһе.

Минзилә Ишмырҙа ҡыҙының тормош терәге Рауил Рәсүл улы уға һәр яҡлап ярҙам итә. Муллагилдиндар игеҙәк бала: Динислам исемле ул һәм Алтынай исемле ҡыҙ үҫтерә. Улар әлеге ваҡытта балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәйҙәренә оҡшап йырларға, бейергә ярата. Мәҙәниәт хеҙмәткәре – ул күңелдәргә рухи аҙыҡ биреүсе, иң сағыу, бик кәрәкле, кешенең донъяға ҡарашын, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе булдырыу, аң даирәһен киңәйтеү, тыуған ергә һөйөү аша быуындар бәйләнешен тәьмин итеүсе. Минзилә Муллагилдинаға шундай сифаттар хас. Ул сәхнәне, ғөмүмән, эшен бик ярата.

- Яратҡан эшең булыу үҙе бер бәхет. Ижад менән тын алырға, хисләнеп эшләргә була. Төрлө йәштәге кешеләр менән аралашыу, халыҡ менән бергә булыу, тамашасы алдында һөйөү яулауҙан да рәхәтлек юҡ. Бының өсөн тағы ла тырышып эшләргә һәм йәшәргә кәрәк, - ти Минзилә Ишмырҙа ҡыҙы.


Фотолар ғаилә архивынан.

Бәләкәйҙән сәхнәне ярата
Бәләкәйҙән сәхнәне ярата
Бәләкәйҙән сәхнәне ярата
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: