Мәҙәниәт
5 Февраля 2024, 11:00

Донъя буйлап атлап киләм әле,
Үҙем һайлап алған юлымдан...
Шул юлымда яҙам яҙмышымды,
Үткер ҡәләм минең ҡулымда...

Яҙмыштарым ҡайсаҡ ҡаты, әсе,
Ҡайсаҡ наҙлы, һөйгән йәрме ни...
Ниндәй булһа ла ул, үкенмәйем -
Бәхет өсөн йылдар йәлме ни!

Юғалтыуҙар һәм ғазаптар аша
Киләм барыбер шатлыҡ, бәхеткә.
Ҡыҙыҡмайым кеше тормошона,
Үтһә лә ул алтын тәхеттә!

Минең өсөн көн дә ҡояш ҡалҡа,
Ә кистәрен шәфәҡ ут яна...
Тулған айҙың серле нурҙарынан,
Йөрәгемдә илһам уяна...

Минең өсөн көлә балаларым,
Ҡайсаҡ һағыш - утҡа һалалар...
Яҙмышымдың иң - иң ҙур бүләге -
Тормош мәғәнәһе - балалар!

Уңышлымы көнөм, һағышлымы...
Илайыммы бөгөн, көләмме...
Рәхмәтлемен һиңә, яҙған яҙмыш!
Донъя буйлап атлап киләмен...


Автор:Сәкинә Тотманова
Читайте нас