Мәҙәниәт
3 Января 2024, 10:00

Эй китәһем килмәй, тотҡарланам...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Эй китәһем килмәй, тотҡарланам,
Атай-әсәй торған был өйҙән.
Иң ҡәҙерле, яҡын кешеләрҙең
Күңелендә булған наҙ һеңгән.
Киң күңеллек, яҡты, асыҡ сырай,
Табын түрҙәрендә йылы аш.
Ниндәй бәхетле беҙ, йортобоҙҙа
Атай-әсәй көтә күҙ ҙә ҡаш.
Киткем килмәй әсәй ҡосағынан,
Айырылғым килмәй атайҙан.
Донъя ҡыуып сығып китәбеҙ шул,
Йылы, яҡты тыуған йорттарҙан...


Автор:Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас