Мәҙәниәт
22 Декабря 2023, 10:00

Тормош мине йәшәргә өйрәтте...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Тормош мине йәшәргә өйрәтте
Эреле-ваҡлы һынауҙар биреп.
Килтермәне еңел табыш миңә
Анһат ҡына бәхеткә төрөп.

Өйрәтте ул сабыр, ныҡ булырға.
Ҡаршы өндәшмәй түҙеп ҡалырға.
Ауыр саҡта ҡасып бер иларға,
Кеше алдында тыныс ҡалырға.

Дөрөҫ йәшәйем кеүек тойолғанда,
Яңлыштарҙы төртөп күрһәтте.
Тыныслыҡҡа ирештем тигәндә
Борсоуҙар ебәреп йөҙәтте.

Иҫкә төшә әсәйем һүҙҙәре:
"Тормош, балам, үҙе өйрәтә!
Бер аҙ рәхәт күрһәтеп ала ла,
Тағын ауыр арба һөйрәтә."
Тормош беҙҙе үҙе өйрәтә...

Автор:Рәзилә Зәйнуллина
Читайте нас