Мәҙәниәт
21 Декабря 2023, 10:00

Аҡҡан һыуҙай икән был ғүмер...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Шишмә башы кеүек минең ғүмер,
Башланғандыр сыңлап, сылтырап.
Алтмыш бишем тула.Эй ғүмерҙәр!
Хайран ҡалып ултырам, аптырап.
Нәфсе микән, йәшәп туйып булмай.
Ней күрһәңдә барына түҙәһең.
Хоҙай яҙғанына риза булып,
Рәнйемәйсә генә күнәһең.
Сыҙамлығым, сабырлығым етә.
Донъя матурлығын тоямын.
Бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәй,
Үҙ бәхетемде үҙем ҡоямын.
Тормош һынай һинең булмышыңды.
Утҡа һалып, һыуға батыра,
Ғәфү һорай, ғәфү итә лә бел.
Тик күңелеңде генә ҡатырма.
Тормош ағышына яраҡлашыу,
Ярамһаҡланыуың түгелдә.
Тулҡындарға ҡаршы йөҙәлманым,
Тырышманым ахры үҙемдә...
Ир ҡатыны булып донъя көттөм,
Тапҡан малын әрәм итмәнем
Балаларҙы баҡтым, йәрәгемә баҫып.
Күктән яуыр бәхет көтмәнем.
Алтмыш биш йыл кемдер өсөн күптер,
Алтмыш биш көн кеүек үҙемә.
Баласаҡты етәкләгән йәш ҡыҙ,
мөлдөрәп тә ҡарай күҙемә...
Биргәнеңә,Раббым, мин ризамын.
Бер нейҙән дә мәхрүм булманым.
Затлы туным юҡҡа үкенмәнем.
Диңгеҙ буйҙарынан уҙманым.
Күңелем бай минең, йәлләмәйем
Рәхим итегеҙ тип өндәшәм!
Яҙҙың хозурлығын, йәйҙең йәмен,
Йомарт көҙөм менән бүлешәм.
Һөйөндөрөп дуҫты, тыуғандарҙы ,
Тыуған көн шатлығын өләшәм.
Һәр миҙгелдең рәхәтен күрегеҙ,
Риза булып төшкән өлөштән.
Ғүмер шишмәм ағышынан туҡтар,
Туҡтатмаҫҡа тапмам сараһын.
Мин бит үҙемә лә рәхмәтлемен
Үткәнемә ғүмер араһын.
Аҙын табып, күбен юғалтһам да,
Был ғүмер бит бары минеке.
Ҡул һонманым кеше өлөшөнә,
Хәләл тапҡан ризыҡ, шул етте.
Кеҫәләрҙә елдәр уйнаһа ла,
Дуҫтарымды барлап йыуанам.
Таянырға ныҡлы таяуҙарым,
Улдарыма ҡарап ҡыуанам.
Алтмыш бишем- себеш һанар сағым.
Күңел бурам тулған уңыштан.
Йәлләмәгәс ҡайғы -шатлыҡтарын,
Мәхрүм итмә, Раббым, һаулыҡтан!

Автор:Р. Ибрагимова.
Читайте нас