Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2023, 14:00

Балаларҙың сабый ваҡыттары...

.

Балаларҙың сабый ваҡыттары
Үтеп китә икән тиҙ генә,
Һөйөлөр ҙә наҙланыр мәлдәре
Эленмәй ҙә ҡала күҙеңә.

Әсәй менән атай өҙгөләнеп,
Йүгерешеп донъя көтәләр,
Ә балалар, һиҙҙермәйсә генә
Бала саҡ иленән китәләр.

Күрмәй ҙә ҡалырһың буй еткәнен,
Сабып барып тормош атында,
Һырылмаҫ та, һөйҙөрәм,тип, үҙен,
Баҫып тормаҫ инде алдыңда.

Балағыҙҙы, үҫеп етмәҫ элек,
Тупылдатып һөйөп ҡалығыҙ,
Күңеленә ғүмергә етерлек
Ата-әсә наҙын һалығыҙ.

Бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ генә булһын
Елеп кенә үтер ҡолон саҡ,
Йылдар төпкөлөндә тороп ҡалыр
Атай, әсәйле саҡ, бала саҡ.


Автор:Фәйрүзә Зиянбердина
Читайте нас: