Һуңғы көн йәшәгән кеүек
Йәшәһәк әгәр,
Әрәм-шәрәм үтмәҫ ине
Ваҡыт был ҡәҙәр!
Һуңғы тапҡыр күрәм тиһәк,
Рәнйетмәҫ инек,
Бер кемде лә яңылыш та
Кәмһетмәҫ инек.
Һоҡланыр инек донъяға
Тәү күргән кеүек,
Хис-тойғоно әйтер инек
Тәү күргәндән үк.
Аҡтыҡ тапҡыр күрешкәндәй,
Асылһын ҡосаҡ,
Башҡаларға йылы биреп
Дөрләһен усаҡ.
Һәр көн һайын – ғүмер буйы,
Яҙ, йәй, көҙ, ҡыштар
Үлемһеҙҙәй хыялланып
Йәшәйек, дуҫтар!