Һорамағыҙ әле хәлдәремде,
Һөйләмәҫмен һеҙгә дөрөҫөн.
Яҡшы ғына тиһәм алдаҡ булыр,
Шөкөр тием яуап һүҙ өсөн.
Эй һөйләйһе килә эс серемде,
Түкмәй-сәсмәй генә дуҫыма.
Әммә ҡурҡам,оло бер сер итеп
Һөйләп ҡуйыр ул да дуҫына.
Ҡаҙан төҫлө ҡайнай ҡай саҡ башым,
Бутҡа булып бөттө уйҙарым.
Яуап эҙләп хатта төштәремдә
Ҡырҡ әйләнәм үҙән буйҙарын.
Һорамағыҙ берүк хәлдәремде,
Сабырлығым сайпып түгелер.
Шөкөр тием шуға әкрен генә,
Ярһымаһа йөрәк,түҙелер.
Үҙе хәлен уйлап эстән генә
Янып-көйгән бер мин түгелдер...
Рәйлә Ғәниева фотоһы.