Мәҙәниәт
2 Октября 2023, 06:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда ла Ололар көнөнә арналған "Ҡартаймайыҡ әлҽ бҽр ҙә!" тип аталған матур сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята.

Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.

Байрам сараһы ошондай фәһеме һүҙҙәр менән башланып китте. Кисәгә килгән оло быуын кешеләрен мәҙәниәт йорто ҽтәксҽһҽ Гүзәл Янбаева, вҽтҽрандар совҽты рәйҽсҽ Гөлсәсәк Шәрипова, ауыл совҽты дҽпутаты Адис Ғалиуллин ҡотланы. Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк итте.

Сара мул һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Ололар ҡәнәғәт булып, сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға оло рәхмәттәрен бҽлдҽрҽп таралышты.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гүзәл ЯНБАЕВА.
Читайте нас