Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь , 15:00

Уңыштар һиңә, Әлиә!

23 сентябрҙә Өфөлә «Сулпылар» республика телевизион конкурсының сираттағы этабы үтте.

Уңыштар һиңә, Әлиә!
Уңыштар һиңә, Әлиә!

Конкурс йыл һайын өс этапта уҙғарыла. Быйыл апрелдә ойошторолған һайлап алыу турында ҡатнашыусы 150 баланың тик 40-ҡы ғына беренсе турға сыҡты. Икенсе турға иһә 26 ғына бала үтә алды. Шуларҙың 12-һе декабрҙә буласаҡ финалға уҙасаҡ. Конкурс шарттарына ярашлы бала һәр турҙа яңы йыр башҡарырға тейеш. Ҡатнашыусылар жюри, артистар, уҡытыусылар алдында тере тауыш менән сығыш яһай.

«Сулпылар» бәйгеһендә ете йәшлек яҡташыбыҙ Әлиә Ялчикаева ҡатнаша. Уны конкурсҡа Ишембай балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлеге уҡытыусыһы Гөлназ Рәхмәтуллина әҙерләй.

- «Сулпылар»ҙа Ишембай балалары йыл һайын уңышлы ҡатнашып килә. 2017 йылда уҡыусыбыҙ Ләйсән Ғибәҙуллина Гран-при яуланы, - ти Гөлназ Марат ҡыҙы.

 

Фото: https://vk.com/dshi.ishimbai

Уңыштар һиңә, Әлиә!
Уңыштар һиңә, Әлиә!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в