Мәҙәниәт
23 Сентября 2023, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

Көҙ уҙенең алтын төҫө менән генә түгел, муллығы менән дә ҡәҙерле миҙгел. Хеҙмәт һөйгән халыктың күп көс һалып үҫтергән уңышын йыйып алып, эш итеп, урынлаштырып ҡуйыуы үҙе бер күңелгә кинәнес, иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

21 сентябрь көндө Этҡол ауылы күп функциялы клубы территориһында, көҙ эштәрен йомғаҡлап, "Йылдың йомарт миҙгеле" тип аталған уңыш байрамы үтте. Ауылдың дәртле ҡатын-ҡыҙҙары был сараға дәртләнеп, бешеренеп үҙ хеҙмәт көсен - уңыштарын күргәҙмәгә алып килде.

Көҙһылыу көҙгө байрам менән ҡотлап, һутланып бешкән алмалар тараткандан һуң емеш, йәшелсәләргә ҡағылышлы йомаҡтар әйтте, уйындар уткәрҙе.

Таланттарға бай ауыл халҡы был байрамды ла йыр-моңһоҙ үткәрмәне. Разилә Азибаева өҙҙөрөп йыр йырлаһа, Шәһиҙә Ғәйфуллина үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Рәсимә Әлмөхәмәтова ошондай байрамдарҙың мөһим, кәрәк икәнен әйтеп, бындай осрашыуҙар аралашыуға бер сәбәп булыуын дәлилләне. Рәйлә Имәнғолова йәшелсәләрҙән эшләгән ҡул эштәренә ижадына һоҡланмай мөмкин түгел ине.

Клуб алдын яңғыратҡан дәртле бейеү көйҙәре уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелен ҡанатландырып, үҙенән-үҙе бейергә әйҙәне. Байрамдан һуң тәмле сәйҙәр менән һыйланып, ил-көнгә тыныслыҡ, барыбыҙға ла һаулыҡлы ғүмер, бәхетле киләсәк теләп, тағы осрашырға яҙһын, тигән теләктә таралыштыҡ.

 

Фото: https://vk.com/itkulovskyclub

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Этҡол ауылы күп функциялы клубы.
Читайте нас