Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Сентябрь 2023, 20:03

УҘҒАН ҒҮМЕР

.

УҘҒАН ҒҮМЕР
УҘҒАН ҒҮМЕР

Уҙа ғүмер, әйтмәй генә йүгерә,
Көн артынан саба йылдарым.
Риза булып шөкөр итеү зарур,
Кире ҡайтмаҫ йәшлек йылдарым.

Йәш көйөнсә аңлап етмәгәнмен,
Ҡыҫҡа икән көслө мәлдәрем.
Донъя фарыздарын еңел генә
Үтер кеүек ине иңдәрем!

Уйҙар башҡа һыймай, эйе, шулай
Сәстәремә ҡырау һибелгән.
Донъя йәмен-йәйғор кеүек көткән
Өмөт ебем һүнеп сиселгән...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.
Читайте нас: