Мәҙәниәт
18 Августа 2023, 09:00

Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты

Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, күптәребеҙ ауылдан сығып китеп, ситтә йәшәй. Ялан тәпәй баҫып үткән яландарҙы, дуҫтарҙы, йәшлекте, ауылдаштарҙы иҫкә төшөрөп, уй-хистәрҙә генә әйләнеп ҡайта.

Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайттыИҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты

Үткән шәмбе Иҫәкәйҙә һағынып ҡайтҡан ауылдаштар өсөн матур ял сараһы үтте. Байрам “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип аталып, Иҫәкәй ҡыҙҙары - инәйҙәргә, өләсәйҙәргә, апайҙарға, һеңлеләргә, килендәргә, бикәстәргә бағышланды. Халыҡ байрамы ауылдың имам-хатибы Инйәр хәҙрәттең фатиха биреп, илдең, ауылдың именлеген теләп доға ҡылыуынан башланып китте.

Һәр ауылдың үҙенә генә хас урам исемдәре бар. «Ҡаратояҡ”, “Юғары ос”, “Бирге ос”, “Тау урамы”, “Һаҙ урамы” – иҫәкәйҙәр ҙә ауылдарының төрлө өлөштәрен үҙ-ара шулай тип атап йөрөтә. Сарала һәр урам ҡыҙҙарының байрамға ҡайтып төшөүе театрлаштырылды. Ҡайһыһы ат арбаһында, кемеһе машинала килеп төшөп, килендәрҙең һыу буйынан көйәнтәләр аҫып байрам үткән майҙансыҡҡа килеп инеүе үҙе ҙур тамашаға әүерелде.

- Был тамашаны сәхнәләштереү уйын ике йыл күңелемдә йөрөттөм, быйыл, ниһайәт, тормошҡа ашырырға насип булды, - ти Иҫәкәй ауылы клубы мөдире Мәҙинә Алтынбаева.

Ауыл – кешеләре менән матур. Сәхнәгә ошо ауылда тыуып йәки килен булып төшөп, бөтә ғүмерен Иҫәкәйгә бағышлаған апай-еңгәләр саҡырылды. Ауылдың иң оло инәйҙәре - Раҡия Солтанбаева, Фәүзиә Суфиянова, Нәзирә Кәлимуллина, Хәлимә Аҡҡолова, Хөмәйрә Солтанбаева, Мөнирә Искәндәрова, Минифа Абайҙуллина, Гөлсирә Таһирова, Фәниә Ҡунаҡҡолова, Асия һәм Абдразаҡ Абдуллиндар – барыһы ла тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған һуғыш балалары. Ауылда иң күп ҡыҙҙар үҫтергән әсәйҙәр
ҙә билдәләнде. Һигеҙ ҡыҙ үҫтереүсе Гөлсинә Алтынбаева - ауылдың уңған килене, дүрт һыйыр тота, һөт ризыҡтары, ҡорот эшләп, ыҫлап һата. Тормош иптәше Илдар – балта оҫтаһы, балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, татыу ғүмер итәләр. Шулай уҡ өсәр ҡыҙлы бәхетле әсәйҙәр - Зөлхизә Ғималетдинова, Зөһрә Солтанбаева - уңған хужабикәләр, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.

Байрамда «Баҡсам тулы гөл генә” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. «Иң матур сәскәле баҡса” номинацияһы Фәүзиә Суфиянованыҡы булһа, «Иң матур өй гөлдәрен үҫтереүсе” исеменә Нәзирә Кәлимуллина лайыҡ булды. “Уның гөлдәре йәй ҙә, ҡыш та шау сәскәлә», - ти ауылдаштары. Шулай уҡ уларҙан ҡалышмай, йорттарын
гөл-сәскәгә биҙәүсе Зөлхизә Ғималетдинова, Шәмсинур Абдуллина, Фәриҙә Аҡҡолова, Мөнирә Искәндәрова, Миләүшә Солтанбаева ла билдәләнде.

Иҫәкәй ауылын юҡҡа ғына республикала “шағирәләр төбәге” тип атамайҙар, бында өс Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзалары тыуған: шағирә, балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Рәшиҙә Шәмсетдинова, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина, шағирә, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге премия лауреаты Рима Рәхимова. Шулай уҡ “Халыҡ сәсәниәһе” исеменә лайыҡ булған Фәүзиә Алтынбаева, Зәйтүнә Усманова, Зәйтүнә Хәсәнова – уларҙың исемдәре китап һөйөүселәргә яҡшы таныш.

Тарихи сығанаҡтарҙа Иҫәкәй ауылы XVIII быуат башында уҡ билдәле була. 1752-1755 йылғы Красильников төҙөгән картала Рәүҙәк йылғаһы ярында Иҫәкәй ауылы күрһәтелгән. Юрматы олоҫона ҡараған Нуғай юлында башҡорттар тыныс тормошта борон-борондан малсылыҡ, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән, ил саҡырһа, тыуған ерҙе һаҡларға дәррәү күтәрелгән. Ауыл тарихын һәм Арал яланы тураһында ветеран уҡытыусы Рәмилә Хакимова һөйләп үтте.

Әйткәндәй, Рәмилә Хәмит ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы һәм төбәк-ара йыл уҡытыусыһы конкурстары еңеүсеһе - ғүмере буйы Иҫәкәй мәктәбендә балаларға белем бирә.

Ҡыҙы Светлана Тимерғәлиева, ейәнсәре Ләйсән Тимерғәлиева ла уның юлын һайлаған. Светлана Иван ҡыҙы - биш бала әсәһе, Башҡортостан Башлығы премияһы лауреаты, Башҡортостандың «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, “Төбәк-ара башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе. Улар «Уҡытыусылар династияһы. Профессияға тоғролоҡ” номинацияһына лайыҡ булдылар. Сараны Лилиә Әҙелбаева менән Ғәлимйән Ибәтуллин алып барҙы. Ауылдаштар алдында Шәмсиә Вәхитова, Әминә Ҡотлоева, Әлфир Дауытов, бер туған Рәшит, Кәрим, Сәлим, Илфат Солтанбаевтар, Татарстан өлкәһенән ҡайтҡан Лилиә һәм Әхмәт Рәхимовтар сығыш яһаны. Ҡурайҙа һәм баянда Ғаяз Әминев, баянда Биктимер Мәҡсүтов, Рауил Хисмәтуллин уйнаны. Апалы-һеңлеле Ләйсән менән Ләйлә Тимерғәлиеваларҙың дәртле бейеүҙәре байрамға килеүселәрҙе вайымһыҙ ҡалдырманы.

Мәҙәниәт бүлеге исеменән Иҫәкәй ауылы клубы мөдире Мәҙинә Алтынбаеваға, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы “Нағыш” үҙешмәкәр фольклор коллективы ағзалары Шәмсинур Абдуллина, Шәмсинур Байғазина, Илфира Дауытова, Мәрзиә Иҙрисова, Әминә Ҡотлоева, Мәрйәм Лоҡманова, Миңнура Мәҡсүтова, Хәнә Мырҙағолова, Әлфирә Нәсибуллина, Рәмзиә Рәхимова, Фәнзилә Солтанбаева, Ғаяз Әминов, Рауил Хисмәтуллинға маҡтау грамоталары тапшырылды.

Флүрә Аҡсулпанованың үҙе һуҡҡан балаҫтары, Зилә Баймырҙинаның туҡыма киҫәктәренән тегелгән әйберҙәре, башҡорт милли биҙәүесе – селтәрҙәр, Зөлфирә Таһированың һуғыу станогында эшләнгән балаҫтары күргәҙмәлә урын алды.

Иҫәкәйҙәрҙең татыулығына күҙ ҡыҙырлыҡ. Күңел асыу сараларында ғына түгел, эшкә лә дәррәү улар. Бер нисә көн алдан, байрам үтәсәк Арал яланында өмә яһап, байрам өсөн сәхнә, ҡунаҡтарға өҫтәлдәр төҙөлә. Байрам һуңынан да өмә ойошторолоп ялан, туғай буйҙары йыйыштырылды. Көнө буйы барған байрам сараһынан рухи ял алып, именлектә, тыныслыҡта киләһе йылдарҙа ла тағы ла осрашырға насип булыуын теләп таралышты иҫәкәйҙәр.



Автор фотолары.

Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Иҫәкәйгә ҡыҙҙар ҡайтты
Автор:Лилиә ХӘСӘНОВА, мәҙәниәт бүлеге методисы.
Читайте нас