Мәҙәниәт
10 Июля 2023, 16:00

Туғандарым минең, бәғерҙәрем...

.

Туғандарым минең, бәғерҙәрем...Туғандарым минең, бәғерҙәрем...
Туғандарым минең, бәғерҙәрем...

Туғандарым минең, бәғерҙәрем,
Хәлдәребеҙ нисек... Белешәйек...
Барыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен беләйек,
Туғанлашайыҡ... Әйҙә күрешәйек!
"Туғаным, Һин!"- тиеп, өндәшәйек беҙ,
Берҙәм булайыҡ, бергә серләшәйек!
Яратышып йәшәйек, асыуланмай,
Күгәрсендәр кеүек гөрләшәйек!
Туғандарым! Мәрхәмәтле булайыҡ,
Намыҫ менән йәшәйек гөрләшеп!
"Туғаным!" - тип, типһен йөрәгебеҙ,
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ берләшеп!
Онотмайса туған булып ҡалайыҡ,
Усағыбыҙ мәңге һүнмәһен!!!
Туған ептәребеҙ өҙөлмәһен,
Арабыҙға дошман кермәһен!!!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирая Ғабдуллина
Читайте нас