

Балалар командаларға бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты: тоҡ кейеп һикерҙе, арҡан тартты, йомортҡалы ҡалаҡ менән йүгерҙе, уҡтан атты, күҙҙәрен бәйләп һүрәт төшөрҙө. Һабантуй иһә бейеү флешмобы менән тамамланды. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың бөтәһе лә татлы бүләктәр менән наградланды.