

Үҙ тарихын өйрәнмәгән, нәҫел-тамырын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Ысынлап та, үткәнеңде белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, 11 июндә Ҡанаҡай ауылында төпләнеп һәм сит тарафтарҙа йәшәүсе Латыповтар тоҡомдары бергә йыйылып, үҙ нәҫел тамырҙарын барлап ҙур байрам үткәрҙе.
Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр - ул беҙҙең кисәк көнөбөҙ. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыр - үткәнебеҙ, атай- олатайҙарыбыҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары - киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ. Үткәне булмағандың киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа киләсәгебеҙҙә тарихыбыҙҙан, тамырыбыҙҙан һут ала.
Был байрамдың ниәте –Латыповтар нәҫел-туғандарын йыйып, нәҫелде дауам итеүсе балаларын улар менән осраштырып, шәжәрәләре менән таныштырыу булды.
Байрам тәбиғәттең иң хозур, йәмле урыны – Һәләүек йылғаһы буйында үтте. Йыйын Азат хәҙрәт фатиха сүрәһе менән башланып китте. Байрамға ҡайтҡан туғандар үҙ нәҫел ағасы менән таныштырҙы. Сара йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Һөнәрлеләр конкурстарҙа ҡатнашып, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, етеҙҙәр милли бәйгеләрҙә көс һынашты.
Өҫтәлдәр муллыҡтан һығылып торҙо. Ғөмүмән, бик матур һәм күңелле үткән йыйын үҙ маҡсатына иреште, тийергә була. Бер нисә быуын балалары бергә йыйылып, бер-береһе менән күрешеп, танышты, аралашты.
Туғанлыҡты, нәҫелебеҙҙе онотмайыҡ, йышыраҡ осрашайыҡ, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәйек, тип таралышты Латыповтар. Байрамдан алған тәьҫораттар, кисерештәр һәр туғандың күңел түрендә бик оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанып ҡалабыҙ.