Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь 2023, 10:00

Бәхет үҙең менән бергә...

.

Бәхет үҙең менән бергә...
Бәхет үҙең менән бергә...

Бәхет үҙең менән бергә,
Уны ситтән эҙләмә.
Кемдер бәхетле итер тип,
Өмөтләнмә, көтмә лә.

Бер кемгә лә бәйле түгел,
Бәхет тик йөрәгеңдә.
Үҙ көнөңдән ләззәт табып,
Йүгереп йөрөүеңдә.

Яҡты көндә, тыныс күктә,
Донъяла барлығыңда!
Ошо тормошто яратып,
Йыр һуҙып барыуыңда!

Бәхет кемдәрҙәндер торһа,
Тимәк, ул хаким һиңә.
Килтерер ҙә, алып китер -
Ә һин бер мәхлүк мәллә?!

Башҡаларға бәхетеңде
Уйынсыҡ итә күрмә.
Кеше көнлө бәхет менән
Үҙеңә ситлек үрмә.

Бәхетле бул үҙең өсөн!
Тартылһын һиңә кеше.
Бер-береһен тоя белеү
Бәхетлеләрҙең эше.

Бәхет бит ул ҡәҙер тойоу,
Үҙ-үҙеңде ҡәҙерлә!
Ҡәҙереңде белмәҫтәйгә
Ҡәҙереңде бөтөрмә!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Светлана Насырова.
Читайте нас: