Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь 2023, 21:00

Саҡрымдарым алға йүгерәләр...

.

Саҡрымдарым алға йүгерәләр...
Саҡрымдарым алға йүгерәләр...

Саҡрымдарым алға йүгерәләр,
Үтеп боролоштар,тауҙарҙы,
Тыуған яҡтың.ахыры,елен тойоп,
Ауылымда барлыҡ уйҙарым...
Юл буйында ялан сәскәләре,
Сәләмләйҙәр бәүелеп елдәргә,
Их,туғандар,рәхәтлеге сикһеҙ,
Ҡайтыуҙарҙың тыуған ерҙәргә!
Болоттар ҙа минең уйҙарымдай,
Ағылалар кеүек,уҙышып,
Бармы йөрөгәндәр,ҡайта алмайса,
Сит ерҙәрҙә,оҙаҡ,аҙашып?
Мин ҡайтамын һәр бер яҙҙарымда,
Насип итһен Хоҙай күп йылдар,
Мин ҡайтырмын тағы йәйҙәремдә,
Борма-борма булһа ла юлдар...
Яландарға,баҫыуҙарға ҡарап,
Тулҡынланып талпына йөрәк,
Ниндәй миҙгелдә булһа ла,
Һалҡын елдәре иҫһә лә,әрем,
кесәрткән үҫһә лә,
Тыуған яҡ ҡәҙерлерәк!!!


 

Фото: https://vk.com/club122213185

Автор:Лариса Ғирфанова
Читайте нас: