Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь 2023, 11:00

“Их, күгәрсенкәйҙәрем!” ауылдарыбыҙ сәхнәләрендә

Ҡарттар йортонда йәшәүсе дүрт әбей һәм бер бабай тураһындағы ике шаршаулыҡ лирик комедия бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Флорид Бүләковтың «Их, күгәрсенкәйҙәрем!» тип аталған әҫәре тәү ҡарамаҡҡа трагик ваҡиғаларға ҡоролған һымаҡ, әммә комик сәхнәләр спектаклде ҡарағандарҙың иҫендә нығыраҡ уйылып ҡала.

Тормошта ла шулай бит: ауырлыҡтарҙы оноторға, күңелле ваҡиғаларҙы йышыраҡ иҫләргә, хатта башҡаларға һөйләп, йәм табырға тырышабыҙ. Был спектаклдә лә шул хәл ҡабатлана: бер бүлмәлә йәшәүсе әбейҙәрҙең һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ тормош юлы, йәшәү принциптары булыуға ҡарамаҫтан, Абдулла бабайҙың пәйҙә булыуынан һуң улар күҙгә күренеп үҙгәрә, матурая, ауыр тормош юлдары ситкә күсә. Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың был лирик комедияһы Рәсәйҙең бик күп сәхнәһендә ҡуйылғаны бар, әммә сибайҙарҙың халыҡсан уйнауы менән барыһын да хайран итә. Премьераны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, режиссеры - Денис Нурғәлин, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.

Төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Йосопова, Айгөл Хәкимова башҡара.

Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистарының гастролдәре Ишембай районының түбәндәге ауылдарында үтәсәк:

6 июнь – Үрге Этҡол ауылы,
7 июнь – Көҙән ауылы,
8 июнь – Түбәнге Әрмет ауылы,
9 июнь – Маҡар ауылы,
10 июнь – Әхмәр ауылы.

Тамашаға килмәй ҡалмағыҙ! Көтәбеҙ!

 

реклама

Автор:
Читайте нас: