Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2023, 12:00

Һабантуйға 15 көн ҡалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылға һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы. Ишембай районында халыҡ байрамы 17 июндә Аҙнай ауылы эргәһендәге яланда үтәсәк.

Һабантуйға 15 көн ҡалды
Һабантуйға 15 көн ҡалды

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, яланда әленән әҙерлек эштәре бара. Спорт һәм уйын майҙансыҡтары, трибуна, ат сабышы өсөн юлдар эшләнә. Шулай уҡ тирмәләр һәм сауҙа итеү урындары әҙерләнә.

- Халыҡ күпләп йыйыласаҡ байрамда иң мөһиме кешеләрҙең хәүефһеҙлеген булдырыу. Төп иғтибарҙы шуға йүнәлтәбеҙ, - ти Азат Альберт улы.

Райондың ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре ялан-урманды талпан һәм башҡа инфекциялы бөжәктәрҙән санитар эшкәртәсәк. Райондың мәҙәниәт бүлеге ишембайҙар һәм ҡунаҡтар өсөн сағыу программа әҙерләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика ҡануниәтенә ярашлы, һабантуй үткәрелгән көндө муниципалитеттарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла.

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: