Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2023, 22:00

Етегәнем - ете йондоҙ...

.

Етегәнем - ете йондоҙ,
Ете ҡыҙҙың билдәһе.
Ете ҡатлы серҙе бикләр,
Күк йөҙөнөң келәһе.
Етегәнем - ете йондоҙ,
Ете тапҡыр һанайым.
Ете ҡыҙҙы күрмәм микән?
Ҡабат-ҡабат ҡарайым.
Етегәнем - ете йондоҙ,
Шаян ғына күҙ ҡыҫа.
Бейей ахры ете ҡыҙ.
Йондоҙ осҡондар оса.
Таң алдынан бар йондоҙҙар
Әллә ҡайҙа булдылар.
Әйтерһең дә төпһөҙ күлгә
Берәм-берәм сумдылар.
Сумған саҡта күлдең һыуын
Ергә һипте Етегән.
Ә улары килеп төшөп
Ысыҡ булып һибелгән.

Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас: