Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2023, 15:00

ҠОСАҠЛА

.

ҠОСАҠЛА
ҠОСАҠЛА

Эсең бошһа, күңелең өшөһә
Бар ҙа, яҡыныңды ҡосаҡла.
Һалҡын хистәреңде, эс бошоуыңды
Ташла ла ҡуй, берәй усаҡҡа.

Дуҫыңды ҡосаҡла, ейәнеңде,
Улың йәки үҫкән ҡыҙыңды.
Өләшеп сыҡ туған-тыумасаңа
Йөрәгеңдә булған йылыңды.

Ҡосаҡла һин сәбәп булмаһа ла
Һуңғы тапҡыр кеүек ҡосаҡла.
Иртәгә бит булмауы ла мөмкин,
Яҙмыш артын бора ҡай саҡта.

Атайыңды,әсәйеңде ҡос һин,
Ҡәберен булһа ла ҡосаҡла.
Һөйгәнеңде,яҡын күргәнеңде
Ҡосаҡла яйҙары бар саҡта.

Берәй ваҡыт моң-зарыңды тойоп
Бәлки кемдер һине ҡосаҡлар.
Һәм күңелдә һүнмәҫ йондоҙ булып
Һаҡланыр ҡосолған шул саҡтар.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Венер Фәттәхов.
Читайте нас: