Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2023, 16:00

Ауырлыҡҡа зарланмайым...

.

Ауырлыҡҡа зарланмайым...
Ауырлыҡҡа зарланмайым...

Ауырлыҡҡа зарланмайым:
Барыһы үтер.
Донъя имен, һаулығым бар,
Аллаға шөкөр!
Йонсоу көнгә һис көймәйем,
Ҡояш һүнмәгән.
Был ғүмерҙе Хоҙайыбыҙ
Бушҡа бирмәгән.
Аҡса юҡ, тип иламайым:
Табырға була.
Бәхет менән Иман барҙа
Йәшәргә була.
Һәр яңы көн - яңы тормош,
Күңелдәр бөтөн!
Бисмилла тип башланған көн
Тик матур үтер!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: