Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май 2023, 16:00

"Бәхетлеһеңме?"-тип һоранығыҙ...

.

"Бәхетлеһеңме?"-тип һоранығыҙ...
"Бәхетлеһеңме?"-тип һоранығыҙ...

"Бәхетлеһеңме?"-тип һоранығыҙ
Бәхет бит ул оло төшөнсә.
Бәхеттәрҙе һорап алып булмай,
Бәхетлемен, - тием үҙемсә.

Ҡатын-ҡыҙ затынан яратылып
Донъяларға ауаз һалғанмын.
Үҙемдән һуң дауам ҡалдырырға
Иңдәремә бурыс алғанмын.

Бурысымды үтәнем дә кеүек
Бәхеттәрем минең-балалар.
Һөйөү- наҙҙар биреп үҫтергәнгә
Рәхмәттәрен әйтеп торалар.

Бәхетлемен, - тиеп әйтә алам
Йүгереп кенә барыр эшем бар.
Яратып һәм мине аңлап торған
Арҡа терәр генә кешем бар.

Шөкөр итәм, рәхмәт Хоҙайыма,
Ошо бәхетемдән айырма.
Балаларҙың бәхеттәрен бирсе,
Пар ҡанаттарымды ҡайырма.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Зәйтүнә Түләбаева-Ҡарабашева
Читайте нас: