

Ҡояш берәү генә булған кеүек
әсәй ҙә бит ерҙә берәү генә.
Ҡояш йылыһылай ҡайнар уның
усҡа ғына һыйыр йөрәге лә.
Әсәйҙәр бит улар шундай заттар,
бишек һыя улар йөрәгенә.
Ана, аҡ биләүле сабый йоҡлай
башын терәп әсә күкрәгенә.
Әсә күҙҙәренең нурҙарын күр,
ҡояш нуры менән бер бит улар.
Ҡышҡы һалҡындарҙа боҙ иретер
бар йылыһын балаһына юллар.
Бар яҡтан да әсә ҡояшҡа тиң
яғымлы ла,йылы,наҙлы ла.
Борсолорға урын юҡ саҡта ла
балам тиеп яна ул ғына.
Тик ҡояш та байый мәле еткәс
шәфәҡ нуры ғына ҡалдырып.
Ғүмер көҙө еткәс әсәй китә
йөрәктәргә ҡандар һауҙырып.
Ҡояш берәү генә булған кеүек
әсәй ҙә бит ерҙә берәү генә.
Йылы наҙы һарылғанын тоям
ҡояш нуры булып йөрәгемә....
Өндә түгел,хәҙер төштә генә.
әсәй наҙы хәҙер төштә генә.
Фото: https://unsplash.com/