

Ағас – япрағы, кеше – ғаиләһе менән матур, тиҙәр. Үрге Әрмет ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаусы, бер-береһен яратып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Моратшиндар.
Байрам көндө Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Әҙһәм улы Шаһиев, эштәр менән идара итеүсе Тәнзилә Тажи ҡыҙы Шаһиева, ветерандар советы рәйесе Йәмилә Нәғим ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл артистары ауылдаштарыбыҙ Рәшит Нурулла улы менән Рәмзиә Дауыт ҡыҙы Моратшиндарҙы алтын туйҙары менән ҡотларға барҙы.
Татыу ғаилә нигеҙе - ихласлыҡ, мөхәббәт, ышаныс һәм тоғролоҡта. Бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә алтын туйға етергә мөмкиндер ул. Эйе, ҡанаттар парлы булғанда ғына йәшәү үҙ матурлығы менән асыла.
Рәшит Нурулла Тирмеҙи улы менән Мәрйәм Ғәйнулла ҡыҙы Моратшиндар ғаиләһендә 1946 йылда икенсе бала булып доньяға килә. Балалыҡ йылдары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға туры килә. Түбәнге Әрмет урта мәктәбен тамамлағас Стәрлетамак ҡалаһында уҡып, тракторист һөнәрен ала. 12 йыл “Әрмет” колхозында механизатор булып эшләй.
Рәмзиә Дауыт Фәтхелислам улы менән Зәкиә Шәйәхмәт ҡыҙы Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә 1951 йылда беренсе бала булып донъяға ауаҙ һала. Ғаиләлә яҡшы тәрбиә алып үҫкән ҡыҙ мәктәптә яҡшы укый. Мәктәпте тамамлағас уҡырға керергә теләге ҙур булһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында хыялдары тормошҡа ашмай ҡала. Ике йыл Әрмет, бер йыл Әрметрәхим, ике йыл Ғүмәр мәктәптәрендә пионервожатый булып эшләй.
Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгөндән һуң Рәшит ағай менән Рәмзиә апай 1973 йылда тормош ҡоралар. 1974 йылда Ҡазахстан Республикаһы Тимертау ҡалаһына йәшәргә китәләр. Рәмзиә апай балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы, тәрбиәсе булып, Рәшит ағай күпер төҙөү ойошмаһында эшләй.
1982 йылда Ҡазахстан Республикаһы Караганда ҡалаһына күсәләр. Рәмзиә апай ресторанға кухня эшсеһе булып эшкә урынлаша. Эшенән уҡырға ла ебәрәләр. Бер ай уҡығандан һуң ашнаксы булып эш башлай. Рәшит ағай күпер төҙөү ойошмаһында эшен дауам итә. 1973 йылда улдары Рәфис, 1976 йылда ҡыҙҙары Әлфиә донъяға килә.
1995 йылда Моратшиндар ғаиләһе үҙ тыуған төйәктәренә, Үрге Әрмет ауылына тыуған нигеҙгә ҡайтып төпләнәләр. Рәшит ағай колхозда пилорамға, Рәмзиә апай колхоз ашханаһында ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эштә эшләйҙәр. Әле икеһе лә хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамастан гөрләтеп донъя көтәләр. Баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә уҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Бөгөн улар - бәхетле олатай һәм өләсәй!