Мәҙәниәт
8 Мая 2023, 15:00

ЙӨРӘК АША УҘҘЫРМАҒЫҘ

.

ЙӨРӘК АША УҘҘЫРМАҒЫҘЙӨРӘК АША УҘҘЫРМАҒЫҘ
ЙӨРӘК АША УҘҘЫРМАҒЫҘ

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ ,
Һәр бер ишеткән һүҙҙе.
Бирешмәгеҙ ауырлыҡҡа,
Йомоғоҙ, бер аҙ күҙҙе.

Моңһоу насар уйҙарҙы ла ,
Йөрәктәргә индермәгеҙ.
Ҡолаҡ ишеткән ғәйбәтте,
Зинһар, һөйләп йөрөмәгеҙ.

Йөрәк түрендә һәр ваҡыт
Булһын аҡлыҡ, таҙалыҡ.
Ә күңелдә гел йәшәһен,
Мәңгелек бәхет, шатлыҡ.

Йөрәк аша уҙҙырмағыҙ
Тормоштоң һынауҙарын.
Төҙәтергә бик ауыр ул,
Йөрәктең яраларын.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Зөфәр Бохаров.
Читайте нас