

Кинәт кенә йөрәк тулап китте,
Китеп барған саҡта ашығып.
Аптырауға ҡалып, туҡтап ҡалдым,
Сеү, йөрәгем, типмә ашҡынып...
Һиҙҙермәйсә үткән икән ғүмер,
донъя ҡыуып, гелән йүгереп.
Кемдер килә, кемдер китеп бара,
ғүмер юлы бөткәс һүтелеп.
Ашыҡмасы, ваҡыт! Ашыҡтырма,
йәшәп танһыҡтарым ҡанманы!
Был донъяға ниңә килеүемде,
Ғүмер көҙөм еткәс, аңланым...
Тыныс ҡына ҡаршылағы килә,
тормошомдың алтын миҙгелен.
Мәшәҡәттәр баштан ашҡанда ла,
был донъянан ахыры, биҙмәм мин.
Ашыҡмасы, ғүмер...
Фото: https://unsplash.com/