Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2023, 09:00

Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә

Этҡол моделле ауыл китапханаһында даими рәүештә “Йәш телевизионщик” түңәрәге эшләп килә. Был түңәрәкте Ишембай телевидениеһының хеҙмәткәрҙәре алып бара.

Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә

Сираттағы дәрестә “Останкино мәктәбе”ндә уҡып һәм практика үтеп ҡайтҡан Ишембай телевидениеһының хеҙмәткәре Элина Вәхитова балаларға телмәр үҫтереү һәм дикция өҫтөндәге эшләү күнегеүҙәрен һәм яңылыҡтар төҙөүҙең структураһын өйрәтте. Балаларға иң оҡшағаны үҙҙәрен корреспонденттар булып телесюжет төшөрөү һәм интервью алыу булды. 4 класс уҡыусылары Алтынай Баһауетдинова һәм Йәмил Әбүбәкиров ветеран уҡытыусылар Фәрит Абдулла улы һәм Земфира Нәғим ҡыҙы Әбүбәкировтарҙан интервью алдылар һәм улар тураһындағы сюжетты төшөрөүҙә ҡатнаштылар. Ауылдашыбыҙ Фәйрүзә Арсланбаеваның улдары Азамат һәм Әлфир Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ. Һуғыш яланында йөрөгән улдары өсөн һәр әсәнең йөрәге өҙөлөүе һәм уларҙы иҫән ҡаршы алыу әсә өсөн оло шатлыҡ булыуы тураһындағы иҫтәлектәр менән Фәйрүзә апай уҡыусылар менән бүлеште. Балаларҙы тележурналистика серҙәренә, нисек итеп интерью алырға, әңгәмә булдырырға тележурналист Милә Мәзитова һәм оператор Заһир Хәсәнов өйрәтте.

Киләсәктә телевизор экрандарынан үҙебеҙҙең йәш хәбәрселәребеҙҙе күрербеҙ әле, тип уйлайбыҙ!

Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Этҡолда йәш телевизионщиктар үҫә
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас: