Алып барыусы ҡыҫҡаса уларҙың биографияһы, хеҙмәт юлы менән таныштырҙы. Улар ҙа үҙ тормош юлдары тураһында бик матур итеп һөйләне, бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай ук кисә барышында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.
Флүзә Мортаза ҡыҙы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Хәҙер инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла, Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килеүсе “Хәтирә” фольклор коллективының актив ағзаһы ла, район һәм ҡала буйынса үткәрелгән шиғриәт бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар яулаусы ла ул Флүзә Латыпова.
Рәйсә Харис ҡыҙын ауылдаштары китапханасы, оҫта ойоштороусы, сәхнәлә оҫта алып барыусы, йырсы, шиғыр һөйләү оҫтаһы булараҡ беләләр. Әле лә беҙ уларға кәңәштәр һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар, ысынлап та, ауылдаштары араһында үҙ хеҙмәттәре менән хөрмәт ҡаҙанған, үҙ исемдәрен ауыл тарихына юйылмаҫлыҡ хәрефтәр менән яҙған ысын шәхестәр, остаздар.
Үҙ эштәренең оҫталары булған ауылдаштарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.