Мәҙәниәт
25 Февраля 2023, 14:32

Ауыл хәбәрҙәре

23 февраль көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, йәштәр!" тигән байрам кисәһе үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Кисәлә ауылыбыҙ егеттәре ике командаға бүленеп төрлө ярыштарҙа үҙ көстәрен һынаны. Мәҫәлән, спорт ярыштарында (отжимание, пресс, гер күтәреү, обруч әйләндереү, скакалка һикереү, оҙонлоҡҡа һикереү) аш-һыу бүлмәһе тирәһендәге эштәрҙә (салат эшләү, бәрәңге әрсеү, турау), реклама күрһәтеү, концерт номерҙары (йыр, скетч, пародия) кеүек бәйгеләрҙә бер ҡараһаң "Буран" командаһы алға сыҡһа, икенсе ҡараһаң "Моряктар" үҙҙәренең шәплектәрен күрһәтте.

Көйәрмәндәр ҙә тик ултырманы - һәр ҡайһыһы үҙ командаһы өсөн янып-көйҙө. Уйынды баһалаған жюриға эшләүе еңелдән булманы, әлбиттә. Әммә шулай ҙа дуҫлыҡ еңде. Байрам кисәһе күмәкләп фотоға төшөү, сәй эсеү менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас