

Ел тирә-яҡтағы тауыштарҙы йотто, ләкин майҙанда ҡурай моңо өҙөлмәне. Милли кейемдәгеләрҙең дәртле көйөнә ҡунаҡтар бейергә төшөп тә китте. Сәхнә эргәһендә самауырҙа боронғоса итеп хуш еҫле үлән сәйе ҡайнаттылар, сөм ҡаҙандарҙа былау бешерҙеләр.
Спорт майҙансыҡтарында йәшелкенсәк ихлас ярышты: футбол уйнаны, тоҡ кейеп йүгерҙе, арҡан тартышты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников килеүгә “Ауҙарыш” уйынын уйнарға билгә тиклем сисенгән ике һыбайлы сыҡты. Уйнап ҡандары йүгерешкән һыбайлылар атта сабып барышлай уҡтан атып күрһәтте. Тамашасылар сәпкә тейгән һәр уҡты алҡышланы, уларҙың тауыштары оҙаҡ ишетелеп торҙо.
- Беҙҙең аттар Нуриман районынан килде, - ти йылҡы тотоусыларҙың береһе. – Һабантуйҙарҙа йыш ҡатнашһаҡ та айғырҙар ят кешеләрҙән өркөңкөрәй. Шулай ҙа беҙ аттарҙы тиҙ тынысландырабыҙ, теләүселәр уларҙы һыйлай һәм һыбай йөрөй ала. Ҡунаҡтар ҙа үҙҙәрен уҡсы ролендә һынап ҡарарға теләне. Улар өсөн махсус майҙансыҡ йыһазландырылғайны, теләүселәрҙе тәжрибәле тренер ҡаршы алды. Ике-өс атыуҙан һуң, күнекмәлә ҡатнашыусылар ҡулдарын һелкеп-һелкеп алды, ни тиһәң дә, әҙерлекһеҙ ауыр.
Бер сәғәттән һауа торошо ла яҡшырҙы – ҡояш сыҡты, ҡар тамашаға башҡа ҡамасауламаны. Халыҡ та йәнләнде. Парковкалау урынында машиналар күбәйҙе, кешеләр килде лә килде...
Һабантуй йәйге байрам булһа ла, ҡышын да ул бик сағыу һәм күңелле үтә икән. Шик юҡ, сарала ҡатнашыусы һәр кем ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды.
- Миңә байрам ныҡ оҡшаны, - тип ихлас уртаҡлашты Зөлфиә Хәмитова. – Бында Ишембай районының бөтә милләттәре берләшкән һәм ҡатнашҡан үҙенсәлекле сара ойошторҙолар. Балаларыбыҙҙы ла алып килдек, улар бер нисә ярышта ҡатнашып та өлгөрҙө. Тәүҙә һыуыҡ ине, ә хәҙер көн үҙе йылмая, Шихан үҙе шат!
Фото: https://vk.com/glavbash