Мәҙәниәт
13 Февраля 2023, 10:00

Туған ғына аңлай һине...

.

Туған ғына аңлай һине...Туған ғына аңлай һине...
Туған ғына аңлай һине...

Туған ғына аңлай һине,
Туған керә хәлеңә.
Борсоу килһә, ул көйөнә,
Шатлығыңа — һөйөнә!

Яңғылышыңды ғәфү итә:
Йән тартмаһа, ҡан тарта!
Бер йылы һүҙе туғандың
Бар ҡайғыны тарата!

Мин бәхетле, мең-мең шөкөр
Туғандарым булғанға!
Йәшәүем дә, йәшнәүем дә
Бары улар булғанда!

Мал-мөлкәт туплап кемдәрҙер
Арттыралар булғанды!.. (тик)
Бер ниндәй аҫылташтар ҙа
Алыштырмай туғанды!

Берҙәм булып, татыу булып
Йәшәүҙәргә ни етә?!
Өҙмәгеҙ туғанлыҡ ебен —
Ғүмер ул бик тиҙ үтә!!!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Нурисә Мөхәммәтова
Читайте нас