Мәҙәниәт
11 Февраля 2023, 14:00

Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ!

Бөгөн Кинйәбулат ауылы халҡы мәҙәниәт йортона “Ҡотло булһын туйығыҙ!” тип исемләнгән матур кисәгә йыйылды. Был бай йөкмәткеле сара бергә 10-50 йыл татыу ғүмер иткән парҙарға арналды.

Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ!Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ!
Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ!

Сәхнә түренә бер-бер артлы һоҡланғыс, өлгөлө тормош юлын үткән, күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән 7 пар күтәрелде. Уларҙың һәр береһенә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы.

- 2022 йылдың 18 декабрендә иптәшем Фәнүс менән бергә матур тормош юлын үтеүгә 40 йыл тулды. Ошо шатлыҡлы ваҡиға уңайынан беҙҙе ҙурлап тамаша ойошторғандары өсөн Кинйәбулат мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларҙың һәр береһе тырыш, үҙ эшенең оҫталары, дәртлеләр. Ҡыҙҙарым, кейәүҙәрем машинаны байрамса биҙәп тороп алып килделәр.  Ошо ваҡиғаны уртаҡлашырға бөгөн балаларым, ейәнсәрҙәрем, әхирәттәрем дә килде, - тип уртаҡлашты Шәмсинур Алимғужина.

Кисә һуңында байрамды алып барыусылар эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине тигән теләктәр әйтте.

 

Саранан тулы мәҡәләне “Торатау” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас