Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар 2023, 18:00

Төштәремдә күргәс

.

Төштәремдә күргәс
Төштәремдә күргәс
Төштәремдә сабый саҡтағылай
Тубығыңа һинең ятам да
Ҡулдарыңды тоям сәстәремдә,
Наҙлап һыйпай кеүек һаман да.

Тик төштәрҙә генә, нисәнсе ҡат!
Кире ҡайтам бала сағыма.
Әсәйемдең рәхәт ҡосағында
Иркәләнер өсөн тағы ла.

Оҙағыраҡ булһа ине төштәр
Теләмәйем таңдын атҡанын.
Төштәремдә генә көтөп алам
Әсәйемдең һыуҙан ҡайтҡанын...

Ә төштәрем һүнмәҫ өмөт кенә,
Үткән бала сағым - хыялым.
Тик һаман да төштәремдә күрһәм,
Күҙ йәштәрем генә тыялмам...

 
 
Фото: https://unsplash.com/
 
Автор:Әлфиә Абдрафиҡова
Читайте нас: