Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар , 18:00

Ғәҙеллек бар!

.

Ғәҙеллек бар!
Ғәҙеллек бар!

Аяҡ салды бөгөн берәү,
Икенсеһе яла яҡты -
Кәйефемде төшөрмәйем:
Йәшәү матур, донъя яҡты!

Үс алырға дошманынан
Хыяллана оло, кесе –
Мин ышанам барлығына
Ғәҙеллектең сихри көсө.

Үсләшмәйем рәнйетһәләр,
Әрәм итеп йөрәк көсөн,
Иҙеп-һылап ҡуйыр әле
Тормош үҙе минең өсөн!

Йәнем тыныс, йөҙөм яҡты,
Шат йылмайып атлап киләм,
Бар донъяла юғары көс –
Ғәҙеллек бар – шуны беләм!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас в