Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 20:00

Һүҙ һөйләмә

.

Һүҙ һөйләмә
Һүҙ һөйләмә

Кеше тормошонда ниҙәр барын,
Күптәр белмәй, һәр кем кисермәй.
Тормош бит ул нужа һурпаларын
Берәүгә лә тигеҙ эсермәй.
Шуға нахаҡ һүҙ һөйләрҙән алда
Үтеп ҡара үткән эҙенән.
Нисек йәшәгәнен белеп ҡара,
Ҡарап ҡына уның йөҙөнә.
Әҙәм йәшәйеше - ҡара урман,
Һүҙ һөйләмә үҙең күрмәйсә.
"Кеше хәлен кеше белмәй, тиҙәр,
Үҙ башынан ғына үтмәйсә."

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Әлфиә Абрафиҡова.
Читайте нас: