Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2023, 16:00

АРЫНЫМ...

.

АРЫНЫМ...
АРЫНЫМ...

Арыным мин...Көслө булыуҙан да,
Көнләшеүҙәрҙән дә арыным.
Нахаҡ һүҙгә,ҡырын ҡараштарға
Ҡаршы торорлоҡ юҡ талымым.

Артыҡ аҡыллылыҡ, дорфалыҡтан,
Көнсөл йәндәрҙән дә арыным.
Аңһыҙ бәндәләргә аңлатырлыҡ,
Юҡтыр көсөм,юҡтыр барымым.

Арыным мин, еңеп, еңелеп тә,
Үҙем бул(а)алмауҙан алйыным.
Был донъяға ниңә килгәнемде,
Ҡайсаҡ аңламаным асылын.
Арыным...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Әлфиә Абдрафиҡова.
Читайте нас: