Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2023, 16:00

Яҙмышым

.

Яҙмышым
Яҙмышым

Матур бер сынаяғым,
Төшөп китеп ватылды.
Шул сынаяҡҡа оҡшаттым,
Үҙемдең яҙмышымды.

Бәхет үҙ ҡулыңда тейҙәр,
Нисек тоторға икән?
Тәҙерәмә ҡунды һары турғай,
Шул бәхет ҡошо микән?

Әй, ҡошсоғым, китмә зинһар,
Һайрасы тәҙерәмдә!!!
Ҡабынды бәхет осҡоно,
Һин булғанға янымда!!!

Юҡ, яҙмышым, һис үпкәм юҡ,
Сабыр итәм үткәненә.
Бер артығын һорамайым,
Ризамын булғанына!!!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Әлфирә Кейекбаева
Читайте нас: